Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2023, 08:00

Тромбоз хәүефен кәметәм тиһәң...

Түбәндәге өс эсемлекте ҡулланырға кәрәк.

Тромбоз хәүефен кәметәм тиһәң...Тромбоз хәүефен кәметәм тиһәң...
Тромбоз хәүефен кәметәм тиһәң...

Еләк морстары, йәшел сәй, шулай уҡ какао тромбоз хәүефен кәметергә ярҙам итә. Был хаҡта табип-диетолог Михаил Гинзбург һөйләне.

Эксперт әйтеүенсә, еләк морстарын ҡулланыу тромбозды яҡшы иҫкәртә.

“Улар ҡурай еләгенән, ҡара бөрлөгәндән булыуы мөмкин. Шулай уҡ имбир ҙә өҫтәргә була”, – тине табип.

Бынан тыш, ошо маҡсаттарҙа йәшел сәй ҙә файҙалы. Эсемлекте үҙен генә йә шулай уҡ имбир менән бергә ҡулланырға мөмкин.

"Какао ялҡынһыныуға һәм агрегацияға ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә, йәғни ҡандың формалы элементтарының йәбешеүенә ҡаршы тора", - тип һығымта яһаны белгес.

 

Фото: multiurok.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас