Сәләмәт булайыҡ
10 Октябрь 2023, 15:00

Биттәге һырҙан... кишер ярҙам итә

Әле йәшелсәнең мул һәм иң һутлы сағы. Түбәндәге яҙмала тәҡдим ителгән үҙенсәлекле крем һеҙгә матур булып ҡалырға ярҙам итер. Сығымды ла аҙ талап итә.

Биттәге һырҙан... кишер ярҙам итәБиттәге һырҙан... кишер ярҙам итә
Биттәге һырҙан... кишер ярҙам итә

Өй шарттарында яһалған был крем файҙалы һәм  аҙ сығым талап итә.

Уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе яҡшылап йыуабыҙ һәм уны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан уны кәстрүлгә һалғас, йәшелсә ҡапланғансы көнбағыш майы өҫтәйбеҙ һәм һүрән утта йомшарғансы быҡтырабыҙ. Шунан ҡатнашманы марля аша үткәреп, уға 15 – 20 грамм балауыҙ һалабыҙ. Артабан ул иреһен өсөн тағы плитәгә ҡуябыҙ, шунан бер аҙ һыуынған ҡатнашмаға ярты балғалаҡ бал, 7 – 10 тамсы кедр эфир майы өҫтәп, банкаға һалып ябабыҙ.

Был крем төрлө бит тиреһе өсөн дә ярай. Күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға булышлыҡ итә, тиҙәр.

Фото: pxhere.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас