

9 октябрҙә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһы коллективын яңы баш табип менән таныштырҙы. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип вазифаһын башҡарған Радик Нәҙерғолов 21-се ҡала дауаханаһын етәкләйәсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Радик Буранбай улы социаль селтәрҙә хеҙмәттәштәре менән хушлашып, уларға берлектәге хеҙмәттәре, ярҙамдары, фиҙакәрлектәре, профессияға тоғролоҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдергән. “Сибай минең өсөн бөтә ошо йылдарҙа эшләгән һәм йәшәгән ҡала ғына түгел, Сибай минең өсөн ысын мәғәнәһендә яҡын һәм яратҡан ҡалам!Т ап ошонда минең медицина өлкәһендә юлым башланды”, - тип яҙған ул.
Билдәле булыуынса, быға тиклем 21-се дауаханаға етәкселек иткән Ринат Нагаев Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булып һайланды. Ул парламентта даими нигеҙҙә эшләйәсәк.
Фото: VK.com