Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь 2023, 16:50

Кадрҙар менән тәьмин итеү – хәл иткес мәсьәлә

"Шулай итеп, һәр белгес өс миллион һум күләмендә түләү аласаҡ", тине Андрей Назаров.

Кадрҙар менән тәьмин итеү – хәл иткес мәсьәләКадрҙар менән тәьмин итеү – хәл иткес мәсьәлә
Кадрҙар менән тәьмин итеү – хәл иткес мәсьәлә

2023 йылда Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы буйынса 81 табип һәм 48 медицина хеҙмәткәре түләүҙәр алды. Түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 144,5 миллион тәшкил итте. Республика Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау системаһын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса саралар ҡаралды.

Кадрҙар менән тәьмин итеү – һаулыҡ һаҡлауҙа өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Хәҙерге ваҡытта медицина ойошмаларында 15 597 табип һәм 38 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй.

–Быйыл беҙ 25 меңдән аҙыраҡ халыҡ теркәлгән медицина ойошмаларына киләсәк участка табиптарын яҡлау буйынса яңы сара индерҙек. Шулай итеп, һәр белгес өс миллион һум күләмендә түләү аласаҡ. Бының өсөн республика бюджетында 50 миллион һум ҡаралған. Бындай суммалар алдағы ике йылға ла һалынған, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн ҡабул ителгән саралар тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. “Ауыл табибы” программаһы буйынса түләүҙәрҙән тыш, 33 фельдшер “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы 16,5 миллион һумлыҡ ярҙам алды. Хәҙерге ваҡытта Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү үҙәген асыу буйынса әүҙем эш бара. Маҡсаты – студенттарҙы һәм медицина белем биреү ойошмаларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу һәм карьераны планлаштырыу мәсьәләләрендә булышыу, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән юғары квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йыл һайын маҡсатлы белем биреү тураһында килешеүҙәр төҙөй. Быйыл Башҡортостан дәүләт медицина университетынан килешеү нигеҙендә 621 белгес уҡып сыҡты. Медицина колледждарында бюджет урындары 1350-гә етте. Республикала Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалаларында һәм Мәсәғүт ауылында абитуриенттар өсөн медицина колледждарының дүрт филиалы асылды. Андрей Назаров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына медицина кадрҙары менән тәьмин итеүҙә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн артабан да эште дауам итергә ҡушты.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21952/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас