Быйыл баҡсасыларҙың ҡабаҡтары уңды. Кемдер унан һут эшләһә, икенселәре ҡышҡылыҡҡа һаҡларға баҙға тултырҙы. Ә бына Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәгән мәғариф ветераны Таңһылыу Вәлиева ҡабаҡтан фәҡәт повидло ғына эшләй. Тәмле һәм шифалы ҡабаҡ повидлоһын нисек эшләү сере менән дә ихлас уртаҡлашҡан.
"Бер тигеҙ ҙурлыҡтағы ҡабаҡтарҙы алырға кәрәк, сөнки үтә эреләре тигеҙ бешмәй, ҡатыраҡ булыуы ихтимал. Мин был юлы биш ҡабаҡтан эшләнем. Ике табаҡ сыҡты.
Ҡабаҡтарҙы йыуып, тышын әрсегәндән һуң, телгеләп, бүлгеләп, ҙур кәстрүлгә һалып быҡтырҙым һәм ит турағыс аша үткәреп алдым. Сей көйө үткәрергә лә мөмкин, тик ит турағыс ауыр үткәрә. Әҙер массаға ит турағыс аша үткәреп күрәгә (300-400 грамм тирәһе, самаһын һәр кем үҙенсә самалай инде) һәм 3-(4) лимон ҡуштым. Тик лимонды тәүҙә үҙен генә һыуҙа бешереп алаһың - йомшаҡ ҡына булып бешә ул. Күрәгә менән бергә ит турағыстан үткәреп, ҡабаҡҡа ҡушып, шәкәр һалып, ярты сәғәт ҡайнатаһың. Ҡабаҡ сөсө, күрәгә - шәрбәт, шуға күрә шәкәрҙе лә тәменсә һалырға кәрәк. Мин һәр табаҡҡа бер килонан саҡ ҡына күберәк һалдым. (Үҙегеҙ тәмләп ҡарап, самалағыҙ).
Бәлешкә лә бара, һөҙмәгә лә (сей эремсек), аҡ һәм ҡыҙыл эремсеккә лә хатта талҡанға ла ҡушып танысҡап һалып ҡуйырға була. Эшләп ҡарағыҙ, ҡыҙҙар.
Әйткәндәй, ҡабыҡтарын да ташламайым - ҡайнар һыу ҡойоп, көпләп ҡуйһаң, йомшара. Ҡош - ҡорт та ярата, быҙауҙар ҙа", - тип яҙған Таңһылыу апай.
Ә һеҙ ҡабаҡтан нимәләр эшләйһегеҙ? Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм текст сығанағы: Таңһылыу Вәлиева