

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Мораҡ үҙәк район дауаханаһына “Маммо-4МТ-Плюс” һанлы маммографы урынлаштырылды. Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң унда 600-ҙән ашыу кеше тикшереү үткән дә инде.
Маммография – һөт биҙҙәрен аҙ дозалағы рентген нуры ярҙамында тикшереү. Яңы ҡорамал тикшереүҙе төрлө проекцияла үткәрергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә белгестәр шештәрҙе оператив рәүештә асыҡлай һәм тейешле дауаны тәғәйенләй.
Маммография һөт биҙҙәрен иртә стадияла асыҡлауҙа иң киң таралған ысул булып тора. Ҡатын-ҡыҙҙарға уны тәүге тапҡыр ҡырҡ йәштә үтеү тәҡдим ителә. Аҙаҡ – ике йыл һайын бер тапҡыр.
– Бөгөнгә был диагностика һөт биҙҙәре яман шешен диагностикалауҙа иң мәғлүмәтле ысул булып тора. Һанлы маммография өҫтөнләктәргә эйә, мәҫәлән, һүрәттәрҙең сифаты юғарыраҡ һәм ағзалағы үҙгәрештәрҙе теүәлерәк, анығыраҡ күрһәтә, – тип билдәләне табип-рентгенолог Зөлфиә Илғыуатова.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.