Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Октябрь 2023, 09:00

Ләүәште үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ!

Был ҡамырҙан чебуректар ҙа тәмле, кетерҙәк кенә килеп сыға. Иң мөһиме, йоҡа итеп йәйергә кәрәк.

Ләүәште үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ!
Ләүәште үҙегеҙ бешереп ҡарағыҙ!
Күп хужабикәләр ләүәшкә төрөп төрлө ҡабымлыҡтар әҙерләй. Шулай уҡ уға төрөп тауыҡ боттары, балыҡ та, хатта йомортҡа ла бешерә. Күпселек бының өсөн магазин кәштәләрендә һатылған әҙер ләүәшкә өҫтөнлөк бирә. Уны үҙегеҙ ҙә бешерә алаһығыҙ, хатта магазиндыҡынан тәмлерәк килеп сыға.

Әбйәлил районында йәшәгән бар яҡлап оҫта хужабикәләрҙең береһе Рәхимә Мусина түбәндәге рецебы менән уртаҡлашҡан.
"Табаҡҡа он иләйем, тоҙ, май һәм ҡайнар һыу өҫтәйем. Яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыу булһын!
Ҡамыр баҫып, полиэтилен ҡапсыҡта (таҫтамал ҡаплап түгел!) 30 минутҡа өҫтәлдә ҡалдырам. Ҡамыр һәр ваҡыт йомшаҡ, келән, һуҙмаҡай килеп сыға, йәйгәндә он һибергә лә кәрәкмәй — миңә шуныһы оҡшай.
Ҡамырҙы биш өлөшкә бүләм (минең ләүәш табаһының диаметры 36 см). Әгәр һеҙҙең таба бәләкәй икән, 10-12 өлөшкә бүлегеҙ.
Һәр өлөштө бер аҙ ҡулда йомарлап алғандан һуң мөмкин тиклем йоҡа итеп йәйәм. Ләүәш бик тиҙ бешә! Эҫе табаға һалам да ҡыуыҡтар барлыҡҡа килеү менән әйләндерәм. Икенсе яғын бер минут самаһы бешергәндән һуң алам һәм пульверизатор йә силикон бумала менән һәйбәт итеп һыулайым. Шунда уҡ таҫтамал менән ҡаплайым. Һыу һипмәһәң, таҫтамал менән ҡапламаһаң — ләүәш түгел, сохари килеп сыға.
Бер тотонғанда күберәк итеп бешереп алам да ҡапсыҡта бер нисә көн һаҡлайым. Туңдырып иретһәң дә тәмле килеш ята.
РЕЦЕПТ:
  Он - 350 г
  Эҫе һыу - 200 мл
  Тоҙ - 1 сәй ҡалағы
  Үҫемлек майы - 2 аш ҡалағы.
Был ҡамырҙан чебуректар ҙа тәмле, кетерҙәк кенә килеп сыға. Иң мөһиме, йоҡа итеп йәйергә кәрәк", - ти ул.
Ләүәште һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ!
Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина.
 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: