

Бөгөн Октябрьский ҡалаһында Республиканың ҡан ҡойоу станцияһы филиалының модулле бинаһы асылды. Ҡеүәтле медицина учреждениеһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Тантаналы сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
1958 йылдан алып ҡаланың ҡан ҡойоу станцияһы ҡулайлаштырылған бинала урынлашҡан була. Бер йыл элек яңы модулле бинаны төҙөй башлайҙар һәм бөгөн ул тәүге донорҙарын ҡаршы алды. Был республикабыҙҙың көнбайыш райондары өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки уларҙың медицина учреждениелары тулыһынса Октябрьский ҡалаһының донор ҡаны компоненттары менән тәьмин ителә.
- Бында алдынғы технологиялар индереләсәк. Был иһә ҡан компоненттары хәүефһеҙлеген күтәрергә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә йылына 3 тоннанан 7 тоннаға тиклем ҡан әҙерләү күләмен арттырырға мөмкин буласаҡ, – тине Айрат Рәзиф улы.
Ҡан хеҙмәтенең нигеҙен донорлыҡ тәшкил итә. Көн һайын филиалда уртаса 35 кеше ҡан тапшыра. Улар күпселек Октябрьский ҡалаһы, Туймазы, Бәләбәй райондары халҡы.
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.