Сәләмәт булайыҡ
18 Октябрь 2023, 18:10

Остеопороз нимәһе менән хәүефле?

Был сирҙән нисек һаҡланырға? Ошо хаҡта тулыраҡ – түбәндәге яҙмала.

Остеопороз нимәһе менән хәүефле?Остеопороз нимәһе менән хәүефле?
Остеопороз нимәһе менән хәүефле?

16 – 22 октябрҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы илдә Остеопорозды иҫкәртеү аҙналығын үткәрә. Был ауырыу шул тиклем көнүҙәк, хатта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы остеопорозды хроник инфекция булмаған сирҙәрҙән ауырыу һәм үлем сәбәптәренең дүртенсеһе икәнлеген билдәләгән. Илебеҙҙәге һәр 50 йәштәге һәм унан олораҡ һәр өсөнсө ҡатын һәм бишенсе ир остеопороздан яфалана. Һөҙөмтәлә был һан 14 миллион тәшкил итә.

Был аҙналыҡтың үткәрелеүенең һәм сирҙе иҫкәртеүҙең мөһим икәнлеге тураһында “Молодежная газета” баҫмаһы хәбәрсеһе Рәмзиә Ғәбитоваға Өфөләге 21-се дауахананың һәм “Эксперт” клиникаһының юғары категориялы травматолог-ортопеды, Өфө ҡала остеопорозды иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау үҙәге етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университетының физик терапия һәм спорт медицинаһы кафедраһы доценты, Рәсәйҙең Остеопороз буйынса ассоциацияһы президиумы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Радик Нурлығаянов һөйләгән.

- Остеопороз грек һүҙенән һөйәк (“остео”) тишектәре (“пороз”) тигәнде аңлата. Был – һөйәктәр һыныуына сәбәпсе хроник сир. Ул кешенең һыҙланыуы һәм йәшәү сифатының кәмеүе генә түгел, инвалидлыҡ һәм хатта үлем сәбәбе булырға мөмкин.

Остеопороз декадаһы беҙҙә һигеҙ йыл рәттән балалар баҡсаларынан башҡа ойошмаларға тиклем үткәрелә. Радик Нурлығаянов балаларға остеопороз тураһында әкиәт яҙған һәм ул сәләмәтлек байрамы өсөн сценарий яҙған.

Һуңғы йылдарҙа был сир урта йәштәгеләрҙә лә, хатта балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә лә осрай башлаған. Ә һөйәк үҫеше балалар йәшендә башлана, үҫмерҙәр йәшендә нығына һәм 25 – 30 йәшкә тиклем үҫешә. 40 йәштән нығыныу процесы кәмей һәм был йәштә һынған һөйәк туҡымаһы икенсеһе менән алмаштырылып өлгөрмәй.

Кальций балансы күберәк бала саҡта һалына. D витамины дефициты иң тәүҙә ҡояшта булыу-булмауға бәйле, сөнки был витаминдың 20 проценты ғына аҙыҡ-түлек менән алына.

Башҡортостандың көньяҡ ҡалаларындағы (72) һәм райондарындағы (30 процент) түбәнге кластар балаларында D витаминына ҡытлыҡ күҙәтелгән. Тикшерелгән уҡыусыларҙың 11 процентының ғына кәрәкле кимәлдә кальций менән туҡланыуы асыҡланған. Өлкән йәштәгеләрҙә лә хәл яҡшынан түгел. Асыҡланыуынса, ауылда йәшәүселәрҙә – 98, ҡалала йәшәүселәрҙә 72 процент был витаминға дефицит күҙәтелгән. Ә был һөйәктәрҙең һыныуына туранан-тура сәбәпсе.

Бигерәк тә өлкән йәштәге ҡатындарҙың был сиргә тарыуы ихтимал, сөнки был гормональ фон эстрогендар кимәленең кәмеүе менән бәйле. Артабан – быға тиклем һыныу осраҡтарына тарығандар. Тән ауырлығы 57 килограмдан кәм булғандар, менопауза иртә күҙәтелгән ҡатындар, тәмәке тартҡандар, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡҡандар ҙа был сиргә тарыусан.

Йәйәү йөрөү, бигерәк тә скандинав йөрөшө, бейеү, көс күнекмәләре - пилатес, тай-чи, йөҙөү, кальций, D витаминына бай аҙыҡ-түлек менән туҡланыу был ауырыуҙы иҫкәртеү саралары булып тора.

Остеопороз тураһында түбәндәге һылтанма буйынса инеп тулыраҡ белергә мөмкин: https://osteoporosis-russia.ru/

Фото, сығанаҡ: mgazeta.com/articles/natsproekty/2023-10-17/vrach-travmatolog-iz-bashkirii-rasskazal-chem-opasen-osteoporoz-i-kak-zaschititsya-ot-kovarnoy-bolezni-3481907

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас