

“Бөгөн спорт һәм сәләмәт тормош алып барыу популяр була бара. ”Динамо” стадионында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында ГТО - “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивален йомғаҡлау булды.
Быйыл 49 муниципалитет хакимиәтенән, 24 республика башҡарма власть һәм дәүләт учреждениелары органдарынан 500 кеше үҙ физик әҙерлеген тикшерергә ҡарар иткән. Муниципалитеттар араһынан беренсе урынды Өфө хакимиәте, ә дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһынан Ер һәм мөлкәт министрлығы командаһы яуланы. Һәр дәүләт органы хеҙмәткәре ГТО нормаһын тапшырырға тейеш тип иҫәпләйем.
Норматив үтәүгә бөтәһе 760 мең Башҡортостан халҡы ҡушылды. Был йылдарҙа республикала спортты үҫтереү өсөн күп нәмә эшләнде. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа һәр кем өсөн асыҡ 13 мең спорт объекты эшләй. Уларҙың һаны буйынса беҙ Мәскәү ҡалаһынан ғына ҡалышабыҙ. Өлгәшкәндәрҙә туҡтап ҡалмайынса спорт инфраструктураһын планлы үҫтереүҙе дауам итәбеҙ.
ГТО фестивален ойоштороусыларға рәхмәт әйтергә һәм еңеүселәрҙе ҡотларға теләйем. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ һәм иртәге көнгә ышаныс теләйем”, тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.