Сәләмәт булайыҡ
21 Октябрь 2023, 16:10

Эргә-тирәләге ауылдар халҡы ла хеҙмәтләндерелә

Бөрө районының Силантьев ауылында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асты.

Эргә-тирәләге ауылдар халҡы ла хеҙмәтләндереләЭргә-тирәләге ауылдар халҡы ла хеҙмәтләндерелә
Эргә-тирәләге ауылдар халҡы ла хеҙмәтләндерелә

Бөрө районының Силантьев ауылында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асты.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Силантьев ауылында 503 кеше, шул иҫәптән 110 бала йәшәй. Әммә яңы ойошма урындағы ғына түгел, яҡындағы Мордвинка, Камышенка һәм Костарев ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә.

Бина барлыҡ кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған, ә йылы һыу электр йылытҡыстан алына. Пациенттарҙың һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең уңайлылығы өсөн яҡты һәм уңайлы кабинет барлыҡҡа килгән. Бында шулай уҡ процедуралар, пациенттарҙы ҡарау, санузел, медикаменттарҙы һаҡлау бүлмәләре бар. Сирлеләрҙе тәжрибәле фельдшер Ирина Дегтярова ҡабул итә. Объект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһына ярашлы төҙөлгән.

Фото: vk.com/birskadm.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас