

Йүрмә- халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарының береһе. Бөгөн уны бешерә белеүселәр ҙә бик һирәктер. Йүрмәне һәр кем үҙенсә эшләй: кемдер йәш малдың эс майы һәм бауырынан эшләһә, икенселәре һарыҡтың ас һәм туҡ эсәгенә туңмай ҡушып йүрмә бешерә. Ә бына Фәнүзә Ишбаева үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ейәнсәре менән йүрмә эшләү фотоларын һәм яҡынса нисек эшләүҙәрен яҙған.
"Йөрөгән аяҡҡа ЙҮРМӘ ЭЛӘГӘ,ти. Йәәә, кемдең аяғына эләгер икән у йүрмә тигәне?!
... Һарыҡтың эс майын таҫмалап ҡырҡып, ас эсәккә ҡушып үреп, ейәнсәрем мн ЙҮРМӘ тигән ризыҡты бешереп алдыҡ. Тәү тапҡыр эштәгәндә әҙерәк ыҙалағайным:эсәк шыймалап, ней тотоп, ней бәйҙәп, ней һәйбәттәп үреп бумай ине. Теге
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бейей-бейей оҫтара, тигән һымаҡ,
Фәнүзә әбейгә һүҙ әйтмәгеҙ,
Бешерә торғас, оҫтарҙы, булды инде:эсәктәрҙе әҙерәк бешәктәп алғайным, эш хутҡа китте - бәйҙәйеңме, төйнәйеңме... этем рәхәте үреүе йүрмәне.
Ашағас, юлаусының йомошон да онотторор ЙҮРМӘ әҙер! Тамаҡтан үтеп, таты менән ашарға яҙһын!"- тигән ул.
Ә һеҙҙең яҡта йүрмәне нисек бешерәләр?
Фото: Фәнүзә Ишбаеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.