Сәләмәт булайыҡ
3 Ноябрь 2023, 03:00

Табиптар байрамда ла эшләй

Медицина учреждениеларының эш графигы менән танышығыҙ... 

Табиптар байрамда ла эшләйТабиптар байрамда ла эшләй
Табиптар байрамда ла эшләй

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән бәйле, 4 ноябрҙән 6 ноябргә тиклемге осорҙа медицина учреждениелары билдәләнгән график буйынса эшләйәсәк:

- 3 ноябрҙә –  ҡыҫҡартылған эш көнө;

- 4 ноябрҙә  – шәмбе графигы буйынса – сәғәт 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем,  16 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул ителә, шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да күрһәтеләсәк.

-5 ноябрҙә– ял көнө;

-6 ноябрҙә – шәмбе графигы буйынса – сәғәт 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем,  16 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул ителә, шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да күрһәтеләсәк.

 4 һәм 6 ноябрҙә 8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем, медицина ойошмаһының  баш табибы раҫлаған эш графигына ярашлы,  фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ауыл табиплыҡ амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында киҙеүҙән вакцина яһатырға  мөмкин, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Башфармация” дарыуханалары 4 һәм 5 ноябрҙә элеккесә үҙгәрешһеҙ  эшләй, 6 ноябрҙә – байрам көнө графигы буйынса.

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас