Һаулығығыҙҙы ябай балғалаҡ ярҙамында тикшереп була икәнен беләһегеҙме? Бының өсөн бер минут ваҡыт етә.
Ҡалаҡты алығыҙ ҙа төкөрөкләп телегеҙ өҫтөн ҡырығыҙ. Шунан уны үтә күренмәле шыптыр эсенә һалып яҡты ут аҫтына урынлаштырығыҙ: ҡояш нуры ла, лампа ла бара.
Бер минуттан уны алып ентекләп тикшерегеҙ: таҙа, бер ниндәй эҙһеҙ, насар еҫһеҙ ҡалаҡ һеҙҙең эске ағзалар торошо яҡшы икәнен аңлата. Әгәр серек йә ҡырҡыу еҫ килһә, ашҡаҙан йәки үпкә сире булыуы ихтимал, татлы еҫ тойолһа - диабет, аммиак еҫе бәрелһә, бөйөр сире булырға мөмкин. Әгәр ҡалаҡта ҡалын аҡ йә һары эҙ ҡалһа - ҡалҡан биҙен тикшертегеҙ, фиолет булһа - бронхит ауырыуына, ҡан йөрөшөнөң насарайыуына, холестерин кимәле юғары икәненә ишаралай, аҡ ҡуныҡ - киҫкен респиратор сирҙәрҙе, ҡыҙғылт һары төҫтәгеһе ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын белдерә.
Автор фотоһы.