Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь , 15:00

Һыуыҡта ниндәй сәй иң файҙалыһы?

Көҙгөһөн, ҡышын төрлө емеш-еләк, үлән сәйҙәренә өҫтөнлөк биреү отошло.

Һыуыҡта ниндәй сәй иң файҙалыһы?
Һыуыҡта ниндәй сәй иң файҙалыһы?

Тын юлдарына бәйле төрлө йоғошло сирҙәр таралыуға килтергән миҙгел бара. Һауа торошо ла быға булышлыҡ итә кеүек – әле һыуытып ебәрә, әле йылыта. Организмдың вирустарға ҡаршы тороу көсөн арттырыу өсөн ашаған ризығыбыҙға, хатта эскән сәйебеҙгә лә иғтибарлыраҡ булыу ҡамасау итмәҫ.

Табиптар ни көҙ, ни ҡыш булмаған осорҙа төрлө файҙалы ҡушылмаларҙан торған сәй эсергә тәҡдим итә. Әйтәйек, ошондай эсемлектәр ҡышҡы миҙгелдә иң кәрәккән С,А, Е, В, Д витаминдарына бай:

- һырғанаҡҡа имбир ҡушып яһалған сәй;

- ҡара ҡарағаттан компот;  

- айва менән фейхоанан  компот;

- киптерелгән емеш-еләккә кейәү үләне (чабрец) ҡушып яһалған эсемлек;

- балан, лимон ҡушылған сәй.

Көртмәле (клюква), ҡыҙыл көртмәле (брусника), кедр сәтләүеге булһа инде, тағы ла һәйбәтерәк. 

!!! Шуныһына иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим: бындай сәйҙәрҙе әҙерләгәндә лә һәр кемгә үҙ һаулығы үҙенсәлектәренә иғтибар итергә кәрәк, сөнки бер кешегә килешкән ҡушылма икенсе берәүгә килешмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, баландың ҡан баҫымын төшөрөү үҙенсәлеге бар икәнен, шулай уҡ әсе тәмле емеш-еләкте ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙары булғандарға бик һаҡ ҡулланырға икәнде онотмаҫҡа!

Һүрәттәрҙә: лимон, ҡыҙыл көртмәле - ҡышҡылыҡҡа һәйбәт ярҙамсы.

Автор фотолары.

Һыуыҡта ниндәй сәй иң файҙалыһы?
Һыуыҡта ниндәй сәй иң файҙалыһы?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в