

Табиптар белдереүенсә, һалҡын көндәрҙә һәр кем өсөн С витамины мөһим. Ул, нигеҙҙә, лимонда, әфлисунда, ҡарағатта күп. Күптәр ошо витамин вирустарҙан һаҡлай тип уйлай. Әммә, фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был дөрөҫ түгел. Баҡтиһәң, витамин, нигеҙҙә, кеше сирләгән ваҡытта ярҙам итә: ауырыу билдәләренән тиҙерәк ҡотолдора һәм организм эшмәкәрлеген нығыта.
D витамины ла һалҡын миҙгел ауырыуҙарынан һаҡланыуҙа ҙур роль уйнай. Уны эсеү организмға сиргә ҡаршы торорға ярҙам итә.
А витамины иһә иммуноглобулин барлыҡҡа килеүенә “яуап бирә”, йәғни ул организмдың төрлө вирустарға, бактерияларға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә. Был витамин кишерҙә, балыҡта һәм башҡа аҙыҡ-түлектә бар.
Автор фотоһы.