Өфө ҡалаһындағы Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табиптары 17 йәшлек ҡыҙҙың ашҡаҙанына эләккән булавканы операция ярҙамында алған. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәр битендә хәбәр итә.
Бәлә аяҡ аҫтында ғына шул. Үҫмер ҡыҙ башына яулыҡ бәйләгәндә тештәре менән ҡыҫып тотҡан эшләпәле булавканы яңғылыш йотоп ебәрә. Медицина учреждениеһына килеп инеү менән хирургтар ашығыс рәүештә уға эзофагогасторсопия үткәрә.
Бәхеткә күрә, ҡыҙ бала табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт иткән. Булавка лайлалы тиресәгә ҡаҙалған. Әгәр уны үтәнән-үтә тишһә, эре ҡан тамырына эләгеп, эске ҡан ағыуына йәки башҡа ауыр эҙемтәләргә килтерер ине. ”Операция бригадаһы сит элементты 15 минут эсендә алып ташланы”,– тип хәбәр итә етәксе.
Фото:Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы.