Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Ноябрь , 21:30

"Профессиональ ойошма уҡыусымдың һәләтен һәм уңышын баһаланы"

Ҡотлайым! Бындай баһа хирург өсөн бик ҡәҙерле, тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

"Профессиональ ойошма уҡыусымдың һәләтен һәм уңышын баһаланы"
"Профессиональ ойошма уҡыусымдың һәләтен һәм уңышын баһаланы"

“Йыл һөҙөмтәләре буйынса Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургик ярҙам буйынса баш табип урынбаҫары Антон Сафонов “Алтын скальпель” премияһын алды. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында республика хирургтары ассоциацияһы премияһын тапшырҙылар. “Алтын скальпель” 1996 йылдан үткәрелә, быйыл 27-се тапҡыр, ул йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тип танылған хирургтарына бирелә.

Быйыл июлдә Антон Сафонов командаһы менән 56 йәшлек пациенттың бәләкәй янбашынан ҙур шеште алыу буйынса уникаль операция үткәргән. Төрлө ағзаларға бәйләнгән ҡатмарлы операция ғүмерҙең сифатына зарар килтермәйенсә башҡарылған. Ул һигеҙ сәғәт дауам иткән. Әлеге ваҡыттта пациентка үҙен яҡшы тоя, ғүмеренә хәүеф янамай.

Антон Сергеевич - минең уҡыусым. Бергә эшләгәндә белемем һәм тәжрибәм менән ихлас уртаҡлаштым.

Ҡотлайым! Бындай баһа хирург өсөн бик ҡәҙерле”, тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

"Профессиональ ойошма уҡыусымдың һәләтен һәм уңышын баһаланы"
"Профессиональ ойошма уҡыусымдың һәләтен һәм уңышын баһаланы"
"Профессиональ ойошма уҡыусымдың һәләтен һәм уңышын баһаланы"
"Профессиональ ойошма уҡыусымдың һәләтен һәм уңышын баһаланы"
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в