Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2023, 17:40

Яңы үҙәк асылыуы көтөлә

Хәҙерге ваҡытта республикала ошо сиргә дусар 2 800-ҙән ашыу ауырыу теркәлгән.

Яңы үҙәк асылыуы көтөлә
Яңы үҙәк асылыуы көтөлә

2024 йылда Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы базаһында Нервы-мускул ауырыуҙары үҙәге асыласаҡ. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Республикала нервы системаһы ауырыуҙарына дусар пациенттарға ярҙам күрһәтеүгә ҙур  иғтибар бирелә. Махсус медицина ярҙамының өс кимәлдәге системаһы уңышлы эшләй. Республика клиник дауаханаһында тарҡау склероз, эпилептология, ботулинотерапия, экстрапирамид һәм когнитив тайпылыштар үҙәге яҡшы эшләй.

Тарҡау склероз үҙәге ауырыуҙарға стационар медицина ярҙамы күрһәтә һәм поликлиника звеноһында консультация үткәрә. Хәҙерге ваҡытта республикала ошо сиргә дусар 2 800-ҙән ашыу ауырыу теркәлгән. Яҡынса уларҙың 1 700-ө юғары сығымлы нозологиялар программаһы иҫәбенә тарҡау склероз барышын үҙгәртеүсе препараттар ала. Төбәк бюджеты иҫәбенә пациенттарҙың был категорияһы өсөн заманса дарыуҙар һатып алына. Сирҙең барышы ҡатмарлыраҡ булған осраҡтар төп федераль үҙәктәрҙә тикшерелә һәм өйрәнелә. Атап әйткәндә, Неврология ғилми үҙәгендә һәм Федераль мейе һәм нейротехнология үҙәгендә.

Шулай булыуына ҡарамаҫтан, республикала нервы-мускул сирҙәренә дусар пациенттар өсөн махсус үҙәк юҡ. COVID-19 пандемияһынан һуң аутоиммунлы нервы-мускул сирҙәре менән ауырыусылар артты. Медицина учреждениеһы базаһында миастения, полинейропатия сирҙәрен диагностикалау һәм дауалауҙа яңы ысулдар индереләсәк, махсус әҙерлекле табип-неврологтар командаһы барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: