Был һаулыҡты нығытыу, иммунитетты күтәреү өсөн бик һөҙөмтәле сара. Уны ҡулланыу бигерәк тә физик көс түгеп эшләүселәргә, спортсыларға, йыш ауырыусыларға кәрәк.
Түбәндәге ингредиенттар кәрәк:
200 грамм күрәгәmuzoktcrb.ru
200 грамм йөҙөм
200 грамм кипкән ҡара слива
200 грамм грек сәтләүеге
3 ҡалаҡ бал
Уртаса ҙурлыҡтағы 4-5 лимон
100-150 грамм зәйтүн майы.
Әҙерләү:
Кипкән емештәрҙе кәстрүлгә һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойғас, 5-10 минут тотабыҙ. Һыуын түккәс, таҙа сепрәк менән яҡшылап ҡоротабыҙ. Лимондың тышын шулай уҡ яҡшылап йыуып һөртәбеҙ ҙә ваҡ итеп турайбыҙ. Ингредиенттарҙың барыһын да ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Артабан уға бал ҡушып болғатҡас, таҙа быяла һауытҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ҡулланыу:
Был ҡатнашманы иртәнге ваҡыттарҙа ашарға кәрәк.Балаларға берәр балғалаҡлап, ололарға берәр ҡалаҡлап ҡулланырға кәңәш ителә.
Файҙаһы:
Күрәгәлә калий күп, ул йөрәккә файҙалы, ҡара слива эсәк буйын таҙарта, йөҙөм мейене туҡландыра, сәтләүектәге майҙар йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, лимондағы С витамины иммунитетты күтәрә, көс бирә, ә балдың файҙаһы һәр кемгә мәғлүм.
Фото:muzoktcrb.ru