Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь 2023, 16:30

Лицензиялау буйынса семинар үтәсәк

Сара төгкө сәғәт 2-лә башлана.

Лицензиялау буйынса семинар үтәсәк
Лицензиялау буйынса семинар үтәсәк

21 ноябрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Башҡортостан Республикаһының медицина палатаһы" медицина берләшмәһе союзы һәм БР буйынса Росздравнадзор менән берлектә лицензиялауҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса семинар үткәрә һәм 2023 йылғы эшкә йомғаҡ яһай.

Медицина һәм фармацевтика эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар вәкилдәре өсөн докладтар менән сығыш яһап, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, БР буйынса Росздравнадзор етәксеһе Динара Ғәшимова, БР Медицина палатаһы рәйесе Азамат Байтимеров һәм башҡа эксперттар яуап бирәсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22297/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: