Сәләмәт булайыҡ
27 Ноябрь 2023, 14:00

Төрлө сирҙәр таралған әлеге осорҙа унан өҙөлмәгеҙ

Был емештә С витамины әфлисун һәм лимондағыға ҡарағанда күберәк, шулай уҡ калий, кальций, Е витаминына бай. Ҡан баҫымы юғары булғандарға, йөрәк сирлеләргә файҙалы. Өҫтәүенә,

Төрлө сирҙәр таралған әлеге осорҙа унан өҙөлмәгеҙТөрлө сирҙәр таралған әлеге осорҙа унан өҙөлмәгеҙ
Төрлө сирҙәр таралған әлеге осорҙа унан өҙөлмәгеҙ

Һүҙ киви тураһында бара. Унда С витамины әфлисун һәм лимондағыға ҡарағанда күберәк, шулай уҡ калий, кальций, Е витаминына бай. Ҡан баҫымы юғары булғандарға, йөрәк сирлеләргә файҙалы. Өҫтәүенә, калорияһы әҙ булғанлыҡтан, диетик аҙыҡ һанала. Киҙеү, респираторлы, йоғошло сирҙәр аҙарынғанда уны рационға индереү һөҙөмтәле.

Киви менән бер нисә рецепт.

*Бер кивины иҙеп, уға бер балғалаҡ бал ҡушырға һәм йоҡларҙан алда ашарға. Былай дауланыу һыуыҡ үткәреп ауырығанда ярҙам итә.

*Витаминлы коктейль былай әҙерләнә: ҡырылған уртаса бер кишер, иҙелгән бер киви, бер ҡалаҡ балды бер стакан кефирға һалып болғатырға. Был эсемлек ауырығандан һуң организмды нығытырға булышлыҡ итә.

*Киви составында май кислоталарын яндырыусы һәм ҡан тамырҙарына тромб барлыҡҡа килеүҙе кәметеүсе матдә барлығы асыҡланған. Көнөнә 2-3 киви ашағанда хәл яҡшырғаны һиҙелә.

*Тән бешкәндә йә өшөгәндә иҙелгән бер кивины бер балғалаҡ зәйтүн майы менән болғатып, ауыртҡан урынға ябырға кәрәк. Яра тиҙ уңалыр.

Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Фото:lovefood.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас