Сәләмәт булайыҡ
28 Ноябрь 2023, 15:00

Ауыр хәлдәге сабыйҙы ҡотҡарырға ашығалар

Бала хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән була...

Ауыр хәлдәге сабыйҙы ҡотҡарырға ашығаларАуыр хәлдәге сабыйҙы ҡотҡарырға ашығалар
Ауыр хәлдәге сабыйҙы ҡотҡарырға ашығалар

Өфөгә Мишкә районынан санитар авиация ярҙамында юл-транспорт ваҡиғаһында етди йәрәхәтләнгән бер йәшлек ҡыҙ баланы килтерҙеләр.

Трассала машинаны ҡыуып үтергә тырышҡанда аварияға осрайҙар. Сабый хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән була. Ата-әсә баланы үҙаллы урындағы дауаханаға алып килә. Сабый ауыр хәлдә реанимацияға урынлаштырыла. Табиптар унда аяҡ-ҡул имгәнеүҙәрен һәм күкрәк ситлеге ағзалары зыян күреүен асыҡлай. Ашығыс рәүештә баш ҡала табиптарына мөрәжәғәт итәләр.

Районға анестезиолог-реаниматолог, травматолог, нейрохирург, хирург килеп етә. Өҫтәмә диагностик саралар үткәргәндән һуң баланың хәле бер аҙ тотороҡланғас, санавиация ярҙамында Өфөгә оҙаталар. Сабыйҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас