

2017 йылдан башлап йыл һайын Мәскәүҙә “Здравствуй” онкологик сирле пациенттар ассоциацияһы “Будем жить!” йәмәғәт премияһын уҙғара. Башҡортостандың Республика онкология диспансерынан ике табип – Любовь Кудряшова менән Елена Курбановская абруйлы премия лауреаттары булды ла инде. Быйыл диспансер вәкилдәре ете номинацияла премияға дәғүә итә:
Табиптарға тауыш бирер өсөн башта https://www.russcpa.ru һылтанмаһы буйынса үтеп, сайтта теркәлергә кәрәк. Тауыш биреү: https://www.russcpa.ru/premiya/2024/
"Легенды в онкологии" номинацияһында премияға дәғүә итеүсе Марат Ғәлиәкбәр улы Ғәлиев тураһында әйтеп үтеү хилаф булмаҫ. Ул – үҙ ғүмерендә 11 мең операция эшләгән легендар табип, инде 40 йылдан ашыу гүзәл затты яман шештән дауалай.
Алтын ҡуллы, оло йөрәкле шәхесебеҙ өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар! Башҡортостан данын бергә яҡлайыҡ!
!!! Бөгөн төнгө 12-гә ҡәҙәр генә тауыш бирергә мөмкин.
Еңеүселәр 2024 йылдың 4 февралендә иғлан ителә.
Ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Фото: https://www.russcpa.ru/