

Туҡланыуҙа йыш файҙаланылған туҡлыҡлы ла, файҙалы ла аҙыҡ ул йомортҡа. Беренсенән, ундағы аҡһым һыйыр итендәге һәм һөттәге аҡһымға ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк. Аҡһымға бай булыуы уны иң туҡлыҡлы аҙыҡтарҙың береһе итә. Был үҙенсәлеге һөҙөмтәһендә йомортҡаны төрлө диета яҡлылар ҙа файҙаланырға ярата.
Икенсенән, йомортҡа составына ингән ниацин мейе эшмәкәрлеге, енес гормондары барлыҡҡа килеүе өсөн бик кәрәк.
Өсөнсөнән, йомортҡа һарыһы D витамины сығанағы булып тора. Белеүебеҙсә, был мөһим витамин һөйәк туҡымаһы нығыныуына булышыусы кальцийҙың организм тарафынан үҙләштерелеүенә ярҙам итә.
Дүртенсенән, ундағы тимер микроэлементы - йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәрен иҫкәртеүҙә, анемияны дауалауҙа ышаныслы ярҙамсы. Йомортҡа һарыһы составына ингән лецитин бауыр өсөн файҙалы, хәтерҙе яҡшырта, аҡыл һәләтен арттыра.
Бишенсенән, йомортҡа һарыһындағы лютеин матдәһе күҙ үткерлеген һаҡлай, ә холин яман шештәрҙе иҫкәртергә һәләтле.
Алтынсынан, фолий кислотаһына (В9 витамины) бай булыуы йөклө ҡатындарҙың һаулығы һәм донъяға киләсәк сабыйҙарҙың нервы системаһы өсөн файҙалы.
Фото:VK.com