Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Декабрь 2023, 21:00

Ни бары ете күнегеү ярҙам итә

 Сәләмәт булыу өсөн бәхет гормондары күберәк бүленеп сыҡһын

Ни бары ете күнегеү ярҙам итә
Ни бары ете күнегеү ярҙам итә

Әле – йылдың берсә еүеш, берсә һыуыҡ ҡарлы бер өшәнес бер миҙгеле. Өҫтәүенә көндәр ҡыҫҡара, ә кисен күк йөҙөн болоттар ҡаплап ала. Етмәһә төрлө инфекция  тураһындағы борсоулы уйҙар ҙа һәммәбеҙҙең кәйефенә кире йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә кемдер өйөндә ултырырға тырыша, бәғзе берәү үҙ эсенә бикләнә, ә кемдер хатта яҡындарына ауыр һүҙ әйтә. Ә бит төшөнкөлөккә бирелмәүҙең бер юлы бар. Уның өсөн бер тин аҡса ла, бер төймә дарыу ҙа кәрәкмәй. Эш бына нимәлә – хәрәкәттә. Юҡҡа ғына элек-электән: “Хәрәкәттә – бәрәкәт!” – тимәгәндәр.

Әйҙәгеҙ, бының өсөн Физик культура, йәштәр спорты һәм туризм университетының спорт неврологияһы лабораторияһы мөдире, билдәле табип-невролог һәм рефлексотерапевт Виктор Косстың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ. Уның фекеренсә, һәр физик әүҙемлек кешенең кәйефенә ыңғай йоғонто яһай. Баҡтиһәң, мускулдарыбыҙ хәрәкәт иткәндә эндорфиндар – бәхет гормондары – күберәк бүленеп сыға икән. Шуға кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, бер аҙ булһа ла йүгерергә, саңғыла йөрөп килергә мөмкин. Әгәр ҙә был сараларҙы ҡулланыу өсөн ваҡытығыҙ етеңкерәмәй йәки мөмкинлегегеҙ юҡ икән, белгес кәңәш иткән ете күнегеүҙе эшләргә өйрәнегеҙ. Уларҙы һеҙ теләгән урында – эштә, өйҙә, ихатала, подъезда, хатта лифтта – тиҙ генә эшләргә мөмкин. Иң мөһиме: теләк кенә булһын! Ә ул бар икән, тимәк, барыһы ла яҡшырасаҡ, тигән һүҙ.

Виктор Косстың әйтеүенсә, кешенең үҙәк нерв системаһында өс төп вегетатив үҙәк бар. Уларҙың әүҙемлеге туранан-тура кәйефкә йоғонто яһай икән. Тимәк, улар әүҙем хәрәкәттә икән, кәйеф тә бик яҡшы буласаҡ, әгәр “ял итә” икән, кешелә күңел төшөнкөлөгө, апатия һәм хатта депрессия барлыҡҡа киләсәк. Белгес һүҙҙәренә ҡарағанда, был өс төп үҙәк (уларҙан тыш, мөһимлеге кәмерәк башҡалары ла бар) баштағы, таз һөйәгендәге һәм ҡорһаҡтағы нерв күҙәнәктәрендә бар икән. Түбәндәге күнекмәләр уларҙың тонусын күтәреүгә һәм әүҙемлегенә иҫәпләнгән.

  1. Биттең мимик мускулдары. Уларҙы эшләтеп ебәрһәң, баш мейеһе күҙәнәктәре лә әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә улар ярҙамында кешенең кәйефе лә яҡшыра. Шул иҫәптән серотонин – нейромедиатор кимәле лә күтәрелә, сөнки тап ул кеше кәйефе өсөн “яуап бирә”.
  2. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, бит һәм күҙ мускулдары тынысланһын. Тап ошо ваҡытта үҙегеҙгә тик яҡшыға өмөт итергә һәм йылмайырға тигән команда бирегеҙ. Виктор Косс фекеренсә, яҡшы кәйеф тап йылмайыуҙан башлана.
  3. Ныҡ итеп тын алығыҙ, күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ һәм матур итеп йылмайығыҙ. Ипләп кенә тынды сығарабыҙ һәм тап ошо ваҡытта иренде балдаҡ кеүек рәүешкә килтерәбеҙ.
  4. Шарҙы өргән һәм унан һауаны кире сығарған кеүек күнекмәне ун тапҡыр ябылған ауыҙ менән эшләйбеҙ.
  5. Ҡашты йыйырабыҙ, күҙҙәрҙе ҡыҫабыҙ, танауҙың мускулдарын ҡатырырға тырышып, уның осон өҫкә күтәрәбеҙ, иренде йылмайырға тырышып “һуҙабыҙ”. Был күнекмәне биш-ете тапҡыр эшләргә кәңәш итә белгес.
  6. Башты ипләп кенә, әкрен генә һулға, уңға, артҡа һәм алға борабыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр ошолай эшләһәң, баштағы ҡан әйләнеше яҡшырасаҡ.

II Ҡорһаҡтағы нерв күҙәнәктәре.

  1. Ҡулдарҙы йоҙаҡ кеүек итеп ҡыҫабыҙ. Тын алғанда аяҡ остарына баҫабыҙ, ҡулдарҙы өҫкә күтәрәбеҙ һәм мөмкин тиклем юғарыраҡ ынтылабыҙ. Аҙаҡ ҡорһаҡ менән тын алыу күнекмәләрен эшләйбеҙ: тын алабыҙ һәм уны сығарабыҙ. Ауыҙҙан һауаны сығарғанда ҡулдарҙы төшөрәбеҙ, табанға баҫабыҙ һәм тынысланабыҙ.

III Таз мускулдары.

  1. Был күнекмәне эшләү өсөн шайбаны ҡапҡаға индерегә теләгән ҡапҡасы рәүешенә инегеҙ, йәғни бер аҙ алға эйеләбеҙ, был ваҡытта ҡулдарҙы тубыҡтарға тейҙерәбеҙ һәм кире элекке хәлгә ҡайтабыҙ. Был күнекмә лә, белгес фекеренсә, кәйефте күтәрергә булышлыҡ итә.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: