Сәләмәт булайыҡ
6 Декабрь 2023, 15:00

Вирустан ниҙәр һаҡлай?

Күптәр С витамины, ти. Ә ысынбарлыҡта...

Вирустан ниҙәр һаҡлай?Вирустан ниҙәр һаҡлай?
Вирустан ниҙәр һаҡлай?

Табиптар белдереүенсә, һалҡын көндәрҙә һәр кем өсөн С витамины мөһим тип бара. Күптәр ул вирустарҙан һаҡлай тип уйлай. Әммә, фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был дөрөҫ түгел. Баҡтиһәң, витамин, нигеҙҙә, кеше сирләгән ваҡытта ярҙам итә: ауырыу билдәләренән тиҙерәк ҡотолдора һәм организм эшмәкәрлеген нығыта.

Тағы D витамины һалҡын миҙгел ауырыуҙарынан һаҡланыуҙа ҙур роль уйнай. Уны эсеү организмға сиргә ҡаршы торорға ярҙам итә.

А витамины иһә иммуноглобулин барлыҡҡа килеүенә “яуап бирә”, йәғни ул организмдың төрлө вирустарға, бактерияларға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә. Был витамин кишерҙә, балыҡта һәм башҡа аҙыҡ-түлектә бар.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас