

Йыш ҡына өлкәндәр һалҡындарҙа еңел кейенергә ғәҙәтләнгән йәштәргә, “аяҡтарыңды өшөтмә”, тип кәңәш биреүсән. Ни өсөн барыһынан да элек аяҡтарҙы йылыла тоторға кәрәк һәм өшөткәндә ниндәй саралар күреү мөһим?
Эксперттарҙың әйтеүенсә, аяҡтарҙың өшөүе бәүел-енес сирҙәренә, иммунитеттың ҡаҡшауына, пневмония, бронхит, бөйөр ауырыуҙарына, быуындар һыҙлауына килтереүе ихтимал. Һыуыҡтар башланыуы ғына түгел, ә аяҡ кейеменең дөрөҫ һайланмауы, ҡыҫынҡы булыуы йәки миҙгелгә ярашлы булмауы ла сәбәпсе булыуы мөмкин. Мәҫәлән, тар аяҡ кейеме табандарҙы баҫа,ҡан тамырҙарын ҡыҫа һәм ҡан ағышын аҡрынайта, һөҙөмтәлә аяҡтар өшөй. Ҡышҡы аяҡ кейеме, тирләп өшөтмәһен өсөн, тәбиғи материалдарҙан булырға тейеш.
Кемдең аяҡтары тиҙерәк өшөй, тигән һорауға эксперттар “ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы”, тип яуаплай. Баҡһаң, был хәл аҫыл заттың физиологик һәм анатомия төҙөлөшө менән бәйләнгән, мускул массаһы аҙыраҡ, гормондар фоны ла, матдәләр алмашыу тиҙлеге лә башҡаса. Ни өсөн аяҡтың өшөүе сәләмәтлеккә зыян килтерә? Йөрәктән алыҫ урынлашыуы, ҡан әйләнешендәге үҙгәрештәр тәү сиратта аяҡтарға тәьҫир итә. Аяҡтарҙың өшөүе арҡаһында үрге һәм түбәнге тын алыу юлдары зарарланыуы, цистит, артрит, теш һыҙлауы яфалауы мөмкин.
Әммә ваҡытында ябай ғына сараларҙы үтәү ҙә сирләп китеүҙән һаҡласаҡ, ти табиптар. Иң тәүҙә аяҡтарҙы йылытырға кәрәк, тик ҡапыл эҫе һыуға тығып түгел, сөнки ҡан тамырҙарының тиҙ киңәйеүе мөмкин, һыу температураһы йылы, тән өсөн уңайлы булырға тейеш. Аяҡ табанына массаж яһау ҡанды “ҡыуырға” ярҙам итәсәк. Һис һүҙһеҙ ҡайнар сәй организмды эстән йылытасаҡ.
Тән температураһы күтәрелеүен һиҙһәгеҙ, аяҡтарҙы парҙа тоторға ярамай, ҡалған кәңәштәр үҙ көсөндә ҡала – табандарға массаж яһау, ҡайнар сәй, ял һәм табип менән кәңәшләшеү. Был процедураларҙан һуң урамға сығып йөрөргә ярамай. Табиптарҙың аңлатыуынса, аяҡ табандары май ҡатламы менән һаҡланмаған, мускул епсәләре аҙ, берҙән-бер йылылыҡ сығанағы – ҡан. Һыуыҡтан ҡан тамырҙары ҡыҫыла, ҡан ағымы кәмей һәм шул арҡала аяҡтар туңа. Һөҙөмтәлә бөтә тән өшөй башлай, иң тәүҙә билгә бәрә. Был бик йыш осраусы күренеш. Организмдағы аҙ ғына үҙгәрештәр ҙә һиҫкәндерергә тейеш, ваҡытында дауаланмағанда, уның хроник сиргә әүерелеү хәүефе бар.
Фото:kubnews.ru.