

2024-2029 йылдарҙа Өфөлә 118 медицина учреждениеһы яңыртыла. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу өсөн төбәк программаһы эшләй. Уны республика етәксеһе башлап ебәргән. Ул биналарҙы капиталь ремонтлауҙы һәм учреждениеларҙы заманса медицина ҡорамалдары, мебель һәм оргтехника менән ҡайтанан йыһазландырыуҙы үҙ эсенә ала.
– 2022 йылғы тикшереү йомғаҡтары буйынса Өфөлә биналарҙың өстән бер өлөшөнә капиталь ремонт талап ителә, ә медицина ойошмалары ҡорамалдарының яртыһында тиерлек – 10 йылдан ашыу файҙаланыу ваҡыты, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. – 2029 йылға беҙ кешеләр сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн был күрһәткестәрҙе яҡшыртырға планлаштырабыҙ.
Программаны финанслауҙың дөйөм күләме – 8 миллиард һум. Шуның 3,46 миллиард һумы Өфөләге 54 өлкән кеше һәм 33 балалар поликлиникаһын, 25 республика медицина учреждениеһы һәм стоматология поликлиникаһын ремонтлауға йүнәлтелә.
Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, баш ҡаланың 450 йыллығына “Сәләмәт Өфө!” концепцияһын индерәләр. Уның сиктәрендә мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡаланың бөтә медицина ойошмаларын берҙәм экосистемаға берләштерәсәктәр.
– Яңы торлаҡ комплекстарында “өй янында табип” офистарын асырға ниәтләйбеҙ. Эшләүсе халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ҡайһы бер поликлиникаларҙың эш режимын 12/7 форматына күсерәбеҙ, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.– Өфө поликлиникаларының берҙәм брендбугын булдырырбыҙ, “Виртуаль поликлиника” проектын ғәмәлгә индерербеҙ.
Шулай уҡ 2024 йылда республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында роботлаштырылған колл-үҙәк эшләй башлай, ул тәүлек әйләнәһенә халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итә, ҡабул итеүгә яҙылырға һәм диспансерлаштырыуға саҡырырға ярҙам итә. Ә нур диагностикаһы объекттары Берҙәм радиологик мәғлүмәт системаһына берләштерелә – фотоһүрәттәрҙе уҡығанда табиптарға ярҙамға яһалма интеллект йәлеп ителә.
– Бөтә был проекттар медицина кимәленең сифатлы үҫешенә килтерәсәк һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә “Башҡортостан 3.0” стратегияһының нигеҙе булып торасаҡ, – тип йомғаҡланы Айрат Рәхмәтуллин.
2024 йылда Өфөлә һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу төбәк программаһы алты поликлиниканы капиталь ремонтлауҙан башлана, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Был йылдарҙа юғары технологик медицина ярҙамын, стационар учреждениеларҙы әүҙем үҫтерҙек, – тине Радий Хәбиров. – Әммә Өфөләге бер нисә балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһы әле һаман иғтибарҙы талап итә. Шуға күрә Өфөлә беренсел медицина звеноһы объекттарын тәртипкә килтерергә ҡарар иттек тә инде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.