

Өфөләге бөгөнгө тантана республиканың иң лайыҡлы ҡыҙ һәм улдарын, иң изге һөнәр эйәләрен үҙенә йыйҙы. Яңы йыл байрамы алдынан “Йылдың иң яҡшы табибы-2023” республика конкурсында еңеүселәрҙе ҡайнар тәбрикләү ойошторолдо. Шулай уҡ 2022 һәм 2023 йылдар конкурстарының Бөтә Рәсәй этабында еңеүселәргә лә наградалар тапшырылды. Бүләкләнгән коллегаларын дәррәү ҡул сабып, матур теләктәр менән ҡаршы алды сарала ҡатнашыусылар. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, “БлагоДать”хәйриә фонды рәйесе Лариса Назарова тантанала ҡатнашып, еңеүселәрҙең шатлығын уртаҡлашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, “Иң яҡшы табип” конкурсы быйыл тәү тапҡыр шундай ҙур, юғары кимәлдә үтә, быны етәкселәр генә түгел, ә сарала ҡатнашҡан һәр кем билдәләне. Конкурс өс этапта үткән, иң тәүҙә яҡшыларҙан-яҡшы, лайыҡлыларҙан-лайыҡлы белгестәрҙе һәр медицина ойошмаһында билдәләп, заявкаларҙы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ебәргәндәр. Быйыл 170-тән ашыу заявка килгән. Бындай профессиональ бәйгенең әһәмиәтен билдәләп, Максим Забелин халыҡ һаулығын һаҡлау эшенең стратегик бурыс икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
–Һеҙ – ысын геройҙар, тирә-яғыбыҙға изгелек, бәхет таратып йәшәйһегеҙ. Барығыҙға ла үҙемдең һәм идара итеүсе команда исеменән рәхмәт белдергем килә. Бындай конкурстар медицина хеҙмәткәрҙәре рәттәрен нығытыуға, табип һөнәре статусын күтәреүгә булышасаҡ. Номинанттар арһында ла һис шикһеҙ ысын профессионалдар, хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарының хөрмәтен һәм абруйын яулаған ысын һөнәр эйәләре барлығына инанам, – тип, етәксе тармаҡ эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергән һәр кемгә уңыштар теләп, еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.
Лира Закуан ҡыҙы Иғтисамова ҡулынан конкурстың Бөтә Рәсәй этабы призерҙары наградалар алды. Республика клиник психотерапевтик үҙәктең табип-психотерапевы Надежда Пермякова “Иң яҡшы психиатр” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған. Ҡала клиник перинаталь үҙәктең баш табибы Зөһрә Гурова “Медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе” булып танылған, ә Республика клиник перинаталь үҙәктең обсервация посы менән акушерлыҡ физиологик бүлексәһе мөдире Аскар Еникеев “Иң яҡшы акушер-гинеколог“ номинацияһында икенсе урынға лайыҡ.
–Көнөгөҙ көсөргәнешле хеҙмәттә үтеүенә ҡарамаҫтан, һеҙ үҙегеҙҙә конкурстарҙа ҡатнашырға көс һәм ваҡыт табаһығыҙ, заявкалар бирәһегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ, һәр берегеҙ беҙгә бик кәрәк, – тип табиптарға рәхмәт белдерҙе Лира Закуан ҡыҙы.
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡотлау һүҙендә табип һөнәренең Ер йөҙөндә иң яҡшы, иң лайыҡлы һөнәр икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, бындай бәйгеләрҙең ни өсөн кәрәклеген аңлатты.
–Конкурс маҡсаттарының береһе – медицина университеттарына күберәк абитуриенттар килһен өсөн һөнәребеҙҙе нығыраҡ танытыу. Еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙ эшегеҙҙе ысын күңелдән, ихлас башҡараһығыҙ. Бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтәһегеҙ, ковидмы ул, махсус хәрби операциямы, ерҙәме һеҙ, самолеттамы, әллә башҡа ҡаршылыҡмы... Был һеҙҙең өсөн бары – эш, әммә бик лайыҡлы, – тине министр. Айрат Рәзиф улы әйтеүенсә, награда алыу күңелле ғәмәл булһа ла, уның икенсе яғы ла бар – ҙур яуаплылыҡ. “Иң яҡшы табип” исеменә лайыҡ булған белгестәрҙән һорау ҙа ҙур.
Нисек кенә булмаһын, хеҙмәтеңә ҡарата хөрмәт тойғоһо кисереү, рәхмәт һүҙҙәре ишетеү, наградалар алыу - күңелде күтәргән, артабан яҡшыраҡ эшләргә дәрт уятҡан күркәм ғәмәл. Өфөнөң 22-се дауаханаһы 1-се поликлиникаһының терапия бүлексәһе мөдире Әлиә Вакиф ҡыҙы Яхина әйтеүенсә, юғары кимәлдә үткәрелгән бындай тантанала ул беренсе тапҡыр. “Хеҙмәттәштәреңдең уңыштарына ихлас шатланыуҙан, һөйөнөстәрен уртаҡлашыуҙан үҙең дә рәхәтлек кисерәһең, уларға тиңләшеү өсөн тағы ла яҡшыраҡ эшләге килә”, – ти “Иң яҡшы терапевт” номинацияһында өсөнсө урынды яулаған табип. Ҡыҫҡа ғына осрашыу ваҡытында беҙ уның профессияһын нисек яратып башҡарыуы, коллективы менән ғорурланыуы, йәштәр менән иңде-иңгә терәп эшләүҙәре хаҡында белдек. Мәсетле ҡыҙы белем алғандан һуң тыуған төбәгенә ҡайтып, башкөллө эшкә сума, 13 йыл һиҙелмәй ҙә үтә. Ябай терапевтан бүлексә мөдире, начмед вазифаларына үрләтелә, әле йәш белгестәрен эшкә өйрәтеү, яуаплы һөнәргә һөйөү уятыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән мәшғүл. Юғары категориялы табип, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы һәм “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ белгестең мәртәбәле бәйгелә еңеүе хеҙмәт юлындағы тағы ла бер ырамлы аҙым.
“Ни өсөн терапия, ни өсөн терапевт һөнәренә ғашиҡ булдығыҙ?”– тигән һорау уның өсөн ғәжәп тойолманы. “Терапия – “йорттоң” нигеҙе, уның ышаныслы ҡулдарҙа булыуынан, тәүге звено хеҙмәтенән, үҫешеүенән күп нәмә тора. Терапия өҫтөндә – ҙур яуаплылыҡ”, – тине Әлиә Вакиф ҡыҙы. Ғөмүмән, тантанала ҡатнашҡан кем менән һөйләшһәң дә ошондай уҡ фекерҙәрҙе ишетергә тура килде. Дим биҫтәһендәге дауахана поликлиникаһының участка терапевы Гүзәл Ағзамова һәм ошо уҡ медицина учреждениеһының терапия бүлексәһе мөдире Әлиә Ғиззәтуллина ла еңеүселәр рәтендә. Дауахана етәксеһе Фәнил Шәмиғолов әйтеүенсә, ошондай алтын ҡуллы, шәфҡәтле, ышаныслы белгестәр менән теләһә ниндәй ҡатмарлы хәлдән сығыу юлын табырға була. “Мин улар менән ғорурланам”, тип белдерҙе етәксе. Беҙ ҙә ошо һүҙҙәргә ысын күңелдән ҡушылабыҙ һәм аҡ халатлыларға һаулыҡ, уңыштар һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.