Сәләмәт булайыҡ
20 Декабрь 2023, 13:50

Медицина яҡыная

20 декабрҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың медицина учреждениеларының баш табиптарына 14 күсмә медицина комплексының асҡысын тапшырҙы

Медицина яҡынаяМедицина яҡыная
Медицина яҡыная

– Беҙ Федераль хөкүмәт менән берлектә медицинаны яңыртыу буйынса эштәрҙе дауам итәбеҙ. Яңы комплекстар “Сәләмәтлек поезы” сиктәрендә лә ҡулланыласаҡ,– тине Радий Хәбиров.

Медицина техникалары федераль иҫәпкә һатып алынған. Ул төрлө юл шарттарында эш алып барыу һәм алыҫ урынлашҡан ерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Комплекстар медицина тикшереүе һәм диспанцеризация үтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

2023 йылда Башҡортостандың дауаланыу учреждениелары 37 “Ашығыс ярҙам” машиналары, 25 күсмә медицина комплекстары, шулай уҡ беренсел звено өсөн 185 һәм паллиатив хеҙмәт өсөн 12 автомобиль менән тулыланған. Былар барыһы ла федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған.  

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас