

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре ата-әсәләргә балалар өсөн тәмле-татлы бүләктәр һайлау буйынса кәңәштәрен бирҙе. Иң мөһиме, кондитер изделиелары составында аҙыҡҡа өҫтәмәләр, консерванттар, ГМО майҙары бик аҙ миҡдарҙа булырға тейеш. Шулай уҡ аллергия тыуҙырыусы матдәләр булыу-булмауын асыҡлау мөһим. Мәҫәлән, абрикос еме, арахис тап шундайҙар рәтендә.
Балалар өсөн әҙерләнгән бүләктәр йыйылмаһында карамель, һура торған кәнфиттәр, составында алкоголь 0,5 проценттан артҡан кондитер изделиелары булмаҫҡа тейеш, ти белгестәр. Бынан тыш, тәмлекәстәр составында тәм һәм еҫте көсәйтеүсе матдәләр, консерванттар (Е200, Е202, Е210,Е249), синтетик буяуҙар, тәбиғи кофе булмаҫҡа тейеш.”Тейеш”тәр ифрат күп, тик сәләмәтлеккә зарар килтермәҫлек, һәр кемдең күңеленә ятырлыҡ тәм-томдо ҡайҙа, нисек һайлап алырға? Бүләк һайлау, ысынлап та, анһат түгел икән, айырыуса кескәйҙәргә ҡағылғанда...
Фото:”Башинформ”.