Сәләмәт булайыҡ
28 Декабрь 2023, 03:00

Яңы йыл табынына - тубырсыҡлы торт

Баймаҡ районында йәшәгән аш-һыу оҫтаһы Гөлгөнә Байегетова был юлы Яңы йыл байрамына бик үҙенсәлекле торт бешереү сере менән уртаҡлаша.

Яңы йыл табынына - тубырсыҡлы тортЯңы йыл табынына - тубырсыҡлы торт
Яңы йыл табынына - тубырсыҡлы торт

"Хәйерле кис барығыҙға ла, йәмәғәт, етеп килгән Яңы йыл менән!
Кисә төнө менән илһамым килеп ҡыш һәм Яңы йыл тематикаһына ҡағылышлы торт эшләп ташланым. Ну мин әйтәм, кемдең буш ваҡыты күп, шулар ғына тотонһон был эшкә, шул хәтлем ваҡытты күп ала торған эш икән, айырыуса тубырсыҡтарын эшләү.
Шыршы һабағынан башҡаһы барыһы ла үҙ ҡулдарым менән эшләнгән, бик матур килеп сыҡҡан, эйе бит ?! Серек түмәр башы һәм тубырсыҡтар. Әлегә ошолай ғына ҡуйып китәм, ваҡытым юғыраҡ, әгәр ҙә һеҙгә оҡшаһа һәм лайктар күп  булһа бәлки бәйнә - бәйнә нисек эшләргә лә өйрәтеп яҙырмын,яңынан пост! "- тигән оҫта.

Тубырсыҡлы тортты нисек эшләргә кәрәк икәнен белгегеҙ килһә, әйҙәгеҙ лайктарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар!

Фото: Гөлгөнә Байегетова.

Яңы йыл табынына - тубырсыҡлы торт
Яңы йыл табынына - тубырсыҡлы торт
Яңы йыл табынына - тубырсыҡлы торт
Автор:Карима Усманова
Читайте нас