Сәләмәт булайыҡ
29 Декабрь 2023, 12:30

Радий Хәбиров Башҡортостан райондарында яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенә старт бирҙе

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеосәләмләү хаты ебәргән.

Радий Хәбиров Башҡортостан райондарында яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенә старт бирҙеРадий Хәбиров Башҡортостан райондарында яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенә старт бирҙе
Радий Хәбиров Башҡортостан райондарында яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшенә старт бирҙе
29 декабрҙә Дыуан районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында республика муниципалитеттарында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы медицина учреждениеларының эшенә старт бирҙе.
 
Яңы йыл байрамдары алдынан Баймаҡта сменаһына 300 кешене ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы, Балаҡатай районының Урғалы ауылында амбулатория, шулай уҡ Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахана үҙ ишектәрен асты.
 
Объекттарҙы сафҡа индереү тантанаһы 2023 йылдың декабрендә төҙөлөп бөткән Мәсәғүт ауылының яңы балалар поликлиникаһында уҙҙы. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеосәләмләү хаты ебәргән, ул республика халҡын медицина учреждениеларының асылыуы менән ҡотлаған.
 
Фото: glavarb.ru
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас