Сәләмәт булайыҡ
30 Декабрь 2023, 08:00

Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров менән онлайн режимында бәйләнеш булдырылды.

Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылдыБаймаҡта балалар поликлиникаһы асылды
Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды

Яңы йыл алдынан Баймаҡ халҡы өсөн ҙур бүләк булып заман талаптарына яуап биргән өр-яңы төҙөлгән балалар поликлиникаһы асылды. Уны асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты, республика Башлығы Радий Хәбиров менән онлайн режимында бәйләнеш булдырылды.

"Балалар һаулығы хаҡында хәстәрлек күреү - ул киләсәк хаҡында хәстәрлек күреү!
Бөгөн видеобәйләнеш режимында сменаһына 300-гә тиклем ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡабул итерлек яңы балалар поликлиникаһын асыу тантанаһы үтте.
Баймаҡ районы халҡы исеменән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, төҙөүселәргә һәм ошо ҙур эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ" тип яҙҙы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Яңы поликлиника өс ҡатлы һәм унда балалар сәләмәтлеген яҡшыртыу, хәстәрлек күреү өсөн бар шарттар тыуҙырылған.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды
Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды
Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды
Баймаҡта балалар поликлиникаһы асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас