Сәләмәт булайыҡ
10 Ғинуар 2024, 11:00

Ракҡа ҡаршы диета

Халыҡ табибы Зәүхиә Ҡәҙербәкованың әйткәндәрен һәр кем яратып ҡабул итә һәм ҡуллана. Был юлы ул ниндәй кәңәштәр бирә?

Ракҡа ҡаршы диетаРакҡа ҡаршы диета
Ракҡа ҡаршы диета

Ракҡа ҡаршы диетаны Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы Низамиева-Ҡәҙербәкова юҡтан ғына уйлап сығармаған. Ҙур ҡалаларҙа, бигерәк тә сит илдәрҙә ябай ризыҡтар һәм тәбиғәт ысулдары менән кешеләрҙе ҡатмарлы сирҙәрҙән дауалай торған шәхестәр әле лә бар. Меңләгән кешеләр терелеп сыҡҡан улар ҡулынан.

Бөгөн уның үҙенә лә мөрәжәғәт итеп, уның кәңәштәрен тотоп, көслө ауырыуҙарҙы, шулай уҡ ракты ла, еңеп сыҡҡан кешеләр бихисап. Рак диагнозы ҡуйылғандарға һәм был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн сәләмәт кешеләргә лә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

1) Бер ваҡытта ла эс ҡатыуҙы булдырмаҫҡа. Кеше көндәлек ашаған ризыҡты эсендә серетеп ятҡырырға тейеш түгел, эшкәртеп, көн дә сығарып барырға тейешбеҙ. Эс ҡатыуҙы булдырмау бер ҙә ҡыйын эш түгел. Ябай ғына физзарядка: иртәнсәк эйелеп-бөгөлөп алыу һәм эсте баҫып торған көйө генә лә арҡаға табан ныҡ ҡына ҡыҫып алыу эсәктәрҙең перистальтикаһын нығыта, престы көсәйтә. Көн дә иртәнсәк ике-өс стакан йылы һыу эсеү тулыһынса эсәктәрҙәге кисәге ашағандан ҡалған серей башлаған ҡалдыҡты сығара.

2) Көн дә паразиттарға ҡаршы, беҙҙең организмға зыян килтерә торған бактерияларға, микроорганизмдарға, инфекцияларға ҡаршы уларҙы кәметеп тороу, юҡ итеү эше алып барылырға тейеш һәр ғаиләлә. Әгәр ҙә иртәнсәк эсә торған һыуға лимон һуты һыҡһаҡ, һарымһаҡ турап болғатһаҡ, йәки сәйнәп йотһаҡ, әҙ генә онталған ҡәнәфер ҡушып йотһаҡ (сәй ҡалағы осонда ғына), паразиттарға көн бөтә. Ә кешенең тәнендә насар сиргә кәртә көндән-көн ҡуйылып барыла. Күҙ алдына килтерегеҙ, кеше көн дә ауыҙ эсенән алып эсәктәренә хәтле йыуып ҡына тормай, ундағы беҙҙең иммунитетты кәметеүсе, беҙҙең хәлде алыусы, сирләтеүсе хәшәрәттәрҙе юҡ итә. Кемгә насар бынан? Организмға һәйбәт, ә бына беҙҙе ауыр сирҙәргә дусар итеүсе сәбәптәргә көн бөтә.

3) Ваҡ ҡырғыста ҡырып, сей кишер менән сөгөлдөр салаты ашарға ғәҙәтләнһәк, 70-80 % ауыр сирҙәр менән сирләмәйбеҙ тигән гарантия була. Көслө иммунитетты бешмәгән кишер һәм сөгөлдөр салаты формалаштыра. Батшалар салаты ла тиҙәр уны. Уға күңелгә ятҡан үҫемлек майы ҡушһаң, тағы ла шәп. Ул салат ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йыйылып ятҡан, серей башлаған ҡалдыҡтарҙы сығара. Ә составында ниндәй файҙалы мәтдәләр барлығын беләбеҙ. Сөгөлдөр кеүәҫе эскән кешеләрҙә инсульт, инфаркт, ҡан юлдары бысраныуы булмауы, шулай уҡ онкологияның да ситләп уҙыуы иҫбатланған.

Фото һәм текст сығанағы: Зәүхиә Ҡәҙербәкованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас