Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған.
Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.
Эс һылау йәнә бер сихәтләнеү төрөнә инә. Күптәр уны кешегә массаж эшләү тип уйлап тәрән яңылыша. Бының менән шөғөлләнгән халыҡ дауалаусыларына күп осраҡта балаға уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт иткән.
Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылынан Фәриҙә Сафиуллина 42 йәшенән башлап эс һылау менән шөғөлләнә, ул күп ҡатын-ҡыҙға әсә булыу бәхетен бүләк иткән.
– Хәҙер минең әллә күпме балам бар, шөғөлөмдөң һөҙөмтәһен күреү шатландыра, көс өҫтәй, – ти ул. – Миңә ярҙам һорап килгән кешене йылы мунсала ҡарайым, эсен һылайым. Йылыла уның тәне йомшара, ипкә килә. Май ярҙамында эсен һылап, күтәреп бәйләп ҡуям. Бөгөн күптәр эсе түбәнәйеүҙән генә түгел, ә тотош эске ағзаларының түбән төшөүенән ыҙалай. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары сиренә дусар була. Миңә күп осраҡта бәпәйгә уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙ килә, аҙаҡ ауырға ҡалып, рәхмәттәрен уҡып китә, ҡайһы ваҡыт сабыйҙарын да алып килә. Шулай уҡ быуын да ултыртам, өсйән имләйем.
Ҡасандыр “иҫкелек ҡалдығы” тип юҡҡа сығарылыуға һәм халыҡ араһында уны ҡулланыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, йәшерен рәүештә булһа ла халыҡ медицинаһының ҡайһы бер йүнәлештәре һаҡланып ҡалған, халыҡ дауаланыусылары һәм имселәр булған. Уларҙың ярҙамына һәм дауаһына мөрәжәғәт итергәме-юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә.
Автор фотоһы.