Сәләмәт булайыҡ
14 Ғинуар 2024, 04:00

Йәшерәк күренәм тиһәгеҙ...

Бик ябай һәм иң мөһиме һөҙөмтәле рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Йәшерәк күренәм тиһәгеҙ...Йәшерәк күренәм тиһәгеҙ...
Йәшерәк күренәм тиһәгеҙ...

Йәш һәм матур күренгегеҙ киләмәе, улайһа түбәндәге рецепт тап һеҙҙең өсөн:

Дарыуханала кипкән ылымыҡ (водоросли) - ламинария һатып алабыҙ.
Бәләкәйерәк һауытҡа йәиһә сынаяҡҡа 2-3 ҡалаҡ ылымыҡты һалабыҙ ҙа  4-5 ҡалаҡ ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ, яҡшы итеп болғатабыҙ, өҫтөн ҡаплайбыҙ һәм 5-10 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Иң мөһиме - һыуҙы күп итеп һалырға түгел, юғиһә биткә һылауы ҡыйын буласаҡ.
Бер нисә тамсы лимон һуты (майлы тире өсөн), А йәки Е витамины (ҡоро тире өсөн) өҫтәйбеҙ.
Килеп сыҡҡан массаны бармаҡтар менән биткә һылайбыҙ һәм 20-25 минуттан битте йыуабыҙ.
Аҙнаһына 2-3 тапҡыр эшләһәгеҙ, бит тирегеҙ сафланыр һәм шымарыр.

Фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас