Көндәрҙең ҡапыл һыуытып йәиһә йылытып ебәреүе арҡаһындар күптәр тиҙ генә һалҡын алдырыусан. Аҙ ғына йүтәлләй башлаһағыҙ, кисекмәҫтән анар (гранат) емешен һатып алығыҙ һәм төнәтмә эшләгеҙ.
Бының өсөн 100 мл ҡайнар һыуға 1 сәй ҡалағы ваҡланған гранат ҡабығы һалып, 20 минут төнәтергә. Һөҙөп алғас, көнөнә 3 тапҡыр 2 сәй ҡалағы эсергә. Дауаланыу курсы - бер аҙна. Төнәтмә иммунитетты ла күтәрә. Шуға һауыҡҡас та уны ҡулланыуҙы дауам итергә кәңәш ителә.
Табип менән кәңәшләшергә ономағыҙ.
Фото һәм текст сығанағы: "Сәләмәт булығыҙ" төркөмөнән