Сәләмәт булайыҡ
19 Ғинуар 2024, 10:00

Тыуған ауылына ҡайтҡан

"Ауылдағы һәр кемдең тормошо тураһында хәбәрҙармын, уларҙың һәр береһен яҡындан беләм. Шуға күрә нисек ярҙам күрһәтергә, ниндәй дауалау ысулдарын һайларға тип баш ватырға тура килмәй"

Тыуған ауылына ҡайтҡанТыуған ауылына ҡайтҡан
Тыуған ауылына ҡайтҡан

Баймаҡ районының Күсей ауылы ҡыҙы Элиза Ишберҙина Сибай медицина училищеһын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан. Ауыл халҡының сәләмәтлегенә оҙаҡ йылдар Зөһрә Баймөхәмәтова хеҙмәт иткән. Ул хаҡлы ялға киткәс, бер аҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты буш тора.

Элиза Дәүләт ҡыҙы ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән ҡурсаҡтарын дауалап уйнай, уларға укол “һала”, “тыңлап ҡарай”. Туғандары ла “беҙҙең буласаҡ врачыбыҙ” тип ҡеүәтләй. Шуға күрәлер ҙә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлау тигән һорау тормай уның алдында. Туғыҙынсы кластан һуң документтарын Сибай медицина колледжына тапшыра һәм ҡулына диплом алғас та, тыуған ауылына эшкә ҡайта.

Ауыл фельдшер–акушерлыҡ пунктына Күсей һәм Тоҡтағол ауылдары ҡарай. Оло йәштәгеләр күберәк, шуға күрә йәш ҡыҙға күп осраҡта уларҙың өйҙәренә лә барырға тура килә.

—Эшем еңел түгел, әммә кешеләргә, бигерәк тә ауылдаштарыма кәрәкле булыуым ғорурландыра. Һинең күҙеңә оло ышаныс менән баҡҡан сирленең ҡарағандан һуң йөҙҙәренә нур йүгереүен, бер аҙ тынысланып, шәбәйеп китеүен күреү һәм тойоуҙан да бәхетлерәк мәл юҡтыр,–ти Элиза Дәүләт ҡыҙы.—Ауылдағы һәр кемдең тормошо тураһында хәбәрҙармын, уларҙың һәр береһен яҡындан беләм. Шуға күрә нисек ярҙам күрһәтергә, ниндәй дауалау ысулдарын һайларға тип баш ватырға тура килмәй. Иң мөһиме—сирлегә тәүге ярҙамды ваҡытында дөрөҫ күрһәтеү. Күп осраҡта һанаулы минуттар ғына түгел, секундтар ҙа уның ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Ата-әсәһе лә ҡыҙҙарының һәр башланғысын хуплап, кәрәк ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Әйткәндәй, Элиза Ишберҙина йәш белгестәр өсөн “Ауыл фельдшеры” дәүләт программаһы сиктәрендә эш башлаған.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас