Шағирә, журналист Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йылы йөкмәткеле, фәһемле яҙма менән уртаҡлашты.
"Әнием мәрхүмә, ҡобарам осоп, ана ауырыйым, мына ауырыйым, тип барып инһәм, урындығына ултырта һалып, доғаларын уҡып өшкөрөр ине.
Донъя ығы-зығыһында йонсоған мин, әниемдең ҡулы, тыны ҡағылыуҙан, кинйәкәйлегем иҫемә төшөп, йә бәлшәйеп илап ебәрә, йә, күҙемде йомоп, маҙырап ултырып ала торғайным. "Мин шәрри мәә әжииидүүү үә әүхәзииирууу..." - тип әйткән урыны ғына хәтерҙә ҡалған.
"Балам, гел кеше араһында йөрөйһөң, күҙҙәрҙең төрлөһө бар, хәл-торошоң ауырайғандай булһа, ошолайтып уҡып, үҙеңде өшкөрөп ал", - тип әйтер ине. Йәш саҡ, әсәй эргәлә булғанда, уны иҫтә тотаңмы инде...
Ә әнием, ул саҡта дини китаптар ҙа бик булмай торғайны, бөтә гәзит-журналда уҡыған кәрәк доғаларҙы бер оло дәфтәргә яҙып йыйыр ине. Үҙенә дини календарь бүләк иткәндә, уны иң-иң ҙур бүләк итеп ҡабул итер ине.
Әле лә, һаулыҡ "ҡыйшая" башлаһа, әниемдең шул һүҙҙәре иҫкә төшә. Туҡта, табып уҡыйым әле, тип ниәт иттем...
Ҡулыңды тәнеңдең ауыртҡан урынына ҡуйып, өс тапҡыр:
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! - тип әйтергә (Аллаһ исеме менән башлайым).
Шунан ете тапҡыр:
Әғүҙү билләһи үә ҡүҙрәтиһи мин шәрри мәә әжидү үә үхәзирү - тип әйтергә кәрәк (Һиҙгән һәм ҡурҡҡан яманлыҡтарҙан мин Аллаһҡа вә Уның ҡөҙрәтенә һыйынам).
Уҡып, ҡабатлап, шифаһын күреп йөрөйөк..." - тип яҙҙы Миләүшә ханым.
Әсәйҙәрҙең изге доғаларының, ихлас теләктәренең шифаһы ла, ҡөҙрәте лә иҫ киткес ҙур һәм киң. Шифаһын күрегеҙ, сәләмәт булығыҙ!
Сығанаҡ: https://vk.com/milyakidrasova7