2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялы учреждениелар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 21,5 процентҡа артҡан һәм 928 берәмек тәшкил иткән.
Күрһәткестәрҙең яҡшырыуы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия биреү бүлегендә әүҙем аңлатыу эше һәм ведомство сайтында электрон төрҙә, лицензия алыу өсөн аҙымлап ҡулланма менән аңлатыла. Әлеге мәлдә медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензияны беренсел теркәү - 15 көн, ә ҡабаттан рәсмиләштереү 10 көн тәшкил итә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22805/