Сәләмәт булайыҡ
10 Февраль 2024, 04:00

Организмығыҙға ниндәй витаминдар етмәгәнен беләһегеҙме?

Ауыҙ ҡыуышлығы тиреһе, теш төптәре ҡанаһа һәм танауҙан ҡан килһә, К витамины кәрәк...

Организмығыҙға ниндәй витаминдар етмәгәнен беләһегеҙме?Организмығыҙға ниндәй витаминдар етмәгәнен беләһегеҙме?
Организмығыҙға ниндәй витаминдар етмәгәнен беләһегеҙме?

– Дерматит булһа, ҡартлыҡ ғәләмәте тойолһа, эс китһә – PP витамины;
– Тиктомалдан ҡуҙғыу-ярһыу, күңел төшөнкөлөгө, йоҡоһоҙлоҡ, баш әйләнеүе, хәтер насарайыуы, тәндең ағарыуы, тәнгә сабыртма сығыуы, мускулдар хәлһеҙләнеүе, ирен ситтәре ярылыуы, ҡул-аяҡ ойоуы күҙәтелә икән –B витаминдары төркөмө;
– Тән тиҙ генә күгәрһә, теш ҡаҙнаһы ҡанаһа, ауыҙҙа эренле яралар барлыҡҡа килһә, тире торошо насарайһа – С витамины;
- Тире ҡороһа, һытҡылар сыҡһа, күреү һәләте насарайһа – А, Е витаминдары;
- Хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, ҡул-аяҡтың тартышыуы, аппетит һәм кәйеф булмауы, йоҡо боҙолоуы, тырнаҡ һәм теш торошо насарайыуы борсоһа, тимәк, D витамины етмәй.

 

Сығанаҡ: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас