Сәләмәт булайыҡ
13 Февраль 2024, 13:50

ВИЧ-инфекциялы өс ҡатын сәләмәт бала тапҡан

"Был медицина өсөн бик әһәмиәтле ҡаҙаныш"  

ВИЧ-инфекциялы өс ҡатын сәләмәт бала тапҡанВИЧ-инфекциялы өс ҡатын сәләмәт бала тапҡан
ВИЧ-инфекциялы өс ҡатын сәләмәт бала тапҡан

Башҡортостанда 2024 йылдың башынан алып өс ВИЧ инфекциялы ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәт балалары донъяға килгән. Был хаҡта Республика “СПИД” үҙәге баш табибы Рафаэль Яппаров хәбәр иткән.

– Был медицина өсөн бик мөһим ҡаҙаныш һәм заманса дауалау ысулдары ВИЧ менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙарға сирһеҙ бала табырға мөмкинлек биреүен иҫбатлау, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белгес. – Әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ һәм сабыйҙарға һаулыҡ теләйбеҙ!

Уҡығыҙ WWW.UFA.KP.RU: https://www.ufa.kp.ru/online/news/5668169/

Фото: sobkor02

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас