Сәләмәт булайыҡ
14 Февраль 2024, 09:00

Анализығыҙҙы үҙегеҙ тикшерегеҙ: нимәһе ҡурҡыныс?

Бәлки, һеҙҙә бауыр циррозы йә шәкәр диабеты башланып торалыр...

Анализығыҙҙы үҙегеҙ тикшерегеҙ: нимәһе ҡурҡыныс?Анализығыҙҙы үҙегеҙ тикшерегеҙ: нимәһе ҡурҡыныс?
Анализығыҙҙы үҙегеҙ тикшерегеҙ: нимәһе ҡурҡыныс?

Сәләмәтлегегеҙ тураһында һөйләйәсәк ҡан күрһәткестәре.

Гемоглобин(Hb): эритроциттарҙан торған ҡан пигменты, уның төп функцияһы кислородты үпкәнән туҡымаларға күсереүгә һәм организмдан углекислый газды сығарыуға ҡайтып ҡала.

Эритроциттар: йөрәк эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр, бронхтар, үпкә, бөйөр һәм бауыр ауырыуҙары булғанда ҙур әһәмиәткә эйә.

Лейкоциттар: инфекцияны һәм ялҡынһыныуҙы күрһәтә.

Тромбоциттар: улар норманан күберәк икән, һеҙҙә туберкулез, сей яра колиты, бауыр циррозы булыуы ихтимал.

СОЭ йәки РОЭ: инфекция, ялҡынһыныу, анемия, бөйөр ауырыуҙары, гормональ боҙолоуҙар булғанда, йөклө булғанда күрһәткестәр юғары.

Глюкоза: глюкозаның артыҡ булыуы етерлек һәм даими туҡланмау, гормональ ауырыуҙар, шәкәр диабеты тураһында һөйләй.

Дөйөм аҡһым: бауырҙың, бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеге насарайғанда, ашамағанда ул түбәнәйә.

Дөйөм билирубин: гепатит, үт ҡыуығы ауырыуҙары булғанда йәки эритроциттар тарҡалғанда билирубин күтәрелә.

Һау булығыҙ, ауырымағыҙ, фотолағы инәй кеүек йүгереп йөрөгөҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-221755992_4768

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас