"Бәйләнештә" селтәрендә Гөлфиә Мөхәмәтдинова үҙенсәлекле эсемлек рецепты менән уртаҡлашты.
"Был сәйҙе ҡышын ғына эсәбеҙ, сөнки унда һалынған тәмләткестәр эстән йылыта!
1 стакан һөттө кәстрүлгә һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ, ҡайнап сыҡһа,
1 бөртөк баҙыян (бадьян)
1 бөртөк дәрсен (корица) (мөмкин ярты бал ҡалаҡ дәрсен порошогы һалырға)
2 бөртөк хуш еҫле борос (ҡыяр тоҙлағанда һала торған борос)
1 аш ҡалағы шәкәр (ошо тәмләткестәрҙең тәме тағы ла нығыраҡ сыҡһын өсөн һалына)
2 аш ҡалағы сәй (мин "Азерчай" сәйен һалам).
Ҡуйыраҡ сәй яратһағыҙ, 3-4 ҡаш ҡалағы сәй һалырға була.
+ 1 ст ҡайнаған эҫе һыу.
Сәйебеҙ ҡайнап сыҡһа, газды һүндереп, 5-10 мин ҡапҡас ябып ултыртып торабыҙ. Ммм, хуш еҫле, тәмле сәйҙе эсеп, ҡыштың һыуығына бирешмәй, рәхәтләнәбеҙ! Сәй оҡшаһа, ике стакан һөттән эшләрһегеҙ", - тип яҙҙы Гөлфиә.
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/gmuck