Йоҡлай алмай интекһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:
– Мендәрҙе бөтнөк, мәтрүшкә, абаға, ярангөл менән тултырығыҙ.
– Ылыҫлы ванна йәки тырнаҡгөл, мәтрүшкә, бөтнөк, мелисса (һәр үлән 50 г) төнәтмә ваннаһы ҡабул итегеҙ. Биш-алты тапҡыр, көн аша унар минут.
– Кис менән йоҡлар алдынан бер сәғәт алдынан бер стакан ҡайнар һөт йәки һыуға бер балғалаҡ бал һалып эсегеҙ, тиҙ йоҡоға китерһегеҙ.
– Төнгә ҡаршы аяҡтарҙы ҡайнар һыуҙа тотоу ҙа арығанлыҡты бөтөрә, нервы системаһын тынысландыра.
Фото һәм текст сығанағы: "Сәләмәт булайыҡ" төркөмөнән.