Һаулыҡ һаҡлау объектын “Башнефть” компанияһы ярҙамында төҙөлгән.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, медицина учреждениеһы көнөнә 320 пациент ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Урында Нуғай, Жилин, Зинин ауылы халҡы дауалана аласаҡ.
Яңы поликлиника өлкәндәргә һәм балаларға тикшереү һәм беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе “Башнефть” компанияһына мөһим социаль объект төҙөгәне өсөн рәхмәт әйтте һәм Нуғайҙа поликлиника асылыуын урындағы халыҡ көтөп алғанын билдәләне.
Фото: glavarb.ru