Сәләмәт булайыҡ
21 Февраль 2024, 14:00

Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?

 Был көндәрҙә медицина учреждениелары яңы график буйынса эшләүгә күсә.

Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?
Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?

Ватанды яҡлаусылар һәм Халыҡ-ара 8 Март байрамдары уңайынан медицина учреждениелары яңы график буйынса эшләүгә күсә.

Травмпункттар республиканың бөтә райондарында һәм ҡалаларында тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, шулай уҡ Өфө ҡалаһының  5-се, 8-се, 21-се дауаханаларында, Дим районының ҡала клиник дауаханаһында һәм Республика балалар дауаханаһында пациенттарҙы ҡабул итәсәктәр.

Офтальмолог ярҙамын 8-се дауаханала һәм Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында  алырға мөмкин. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн 17-се балалар дауаханаһы һәм 5-се балалар поликлиникаһының травмпункттары 23 февралдән 25-енә тиклем эшләйәсәк һәм 8 марттан 10-ына тиклемге осорҙа көндәлек эш режимына күсәсәк.

23 һәм 24 февралдә, 8 һәм 9 мартта поликлиникалар саҡырыуҙар ҡабул итеү менән бергә (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам да күрһәтеләсәк) иртәнге  8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 25 февраль һәм 10 март – ял көндәре.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 24 февралдә һәм 9 мартта пациенттарҙы шәмбе графигы буйынса ҡабул итәсәк.

Неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү өсөн биоматериалдарҙы көн һайын  Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 74-се йорт  адресы буйынса ҡабул итәсәктәр. Скринингтар үҙҙәре 25 февралдә һәм 10 мартта үткәрелә.

23 февралдә һәм 8 мартта дәүләт дарыуханалары ял көнө графигы буйынса эшләйәсәк. Льготалы препараттар биреү ваҡлап һатыу бүлектәрендә башҡарыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте. https://vk.com/minzdrav_02

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас