Сәләмәт булайыҡ
22 Февраль 2024, 02:00

"Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем!"

Ныҡ ябыҡ, һәр саҡ хәле булмаған апай ярты йыл тигәндә кеше булған.

"Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем!""Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем!"
"Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем!"

Ныҡ ябыҡ, һәр саҡ хәле булмаған апайҙың “тәнемдә теләһә ниндәй паразиттар күбәйгән тиҙәр, ә дарыуҙары файҙа бирмәй” тип уйламағанда зарланып китеүе ҡурҡыныс булып тойолғайны.

Эйе, тәндәге теләһә ниндәй ҡорттар кешеләрҙе онкология сирҙәренә алып барып еткерә. Сөнки улар һалған йомортҡалар төрлө ағзаларҙы серетә башлай һәм урынында шеш барлыҡҡа килә.

Пандемия ваҡытында ул апай бөтөнләй күренмәне. Ошо көндәрҙә күрһәм, бөтөнләй икенсе кеше. Тулыланған, йәшәреп киткән, күҙҙәре яна.

“Йүнәлдем бит мин, йүнәлдем! Халыҡ медицинаһы ысулын өйрәткәйнеләр. Ярты йыл тигәндә кеше булдым. Әле лә ваҡыты-ваҡыты менән профилактика өсөн эсәм”, - тине.

Шулай итеп,
50 г гөлбаҙран сәскәһен (пижма), 30 г әрем үләнен, 30 г ҡәнәфер(гвоздика) бөртөктәрен термосҡа һалабыҙ. Уның өҫтөнә ҡайнап торған бер литр һыу ҡоябыҙ. 3-4 сәғәт тотабыҙ. Ошо төнәтмәне ике аҙна иртәле-кисле 200 миллилитрлап эсәбеҙ.

Авторы: Гүзәл Салихова.

Сығанаҡ: https://vk.com/id133710016

Фото: ok.ru/group/52302186938432

ИҒТИБАР! Һәр дарыу үләнен ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сөнки үләндәр менән дауаланыуҙа ла сикләүҙәр бар.

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас